Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Февраль , 12:14

Рәсәй банкы төп ставканы элекке кимәлдә ҡалдырҙы

-

Рәсәй банкы төп ставканы элекке кимәлдә ҡалдырҙы
Рәсәй банкы төп ставканы элекке кимәлдә ҡалдырҙы

Рәсәй банкы төп ставканы 16% кимәлендә ҡалдырҙы. Быға тиклем уны биш тапҡыр рәттән — бөтәһе 850 база пунктына күтәрҙеләр. Декабрҙә ул 15% алып 16% тиклем арттырылды.

Релизда хәбәр ителеүенсә, 2024 йылдың 16 февралендә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 16% кимәлендә ҡалдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ағымдағы инфляция баҫымы көҙгө айҙар менән сағыштырғанда кәмеһә лә, юғары булып ҡала. Эске ихтыяж әле һаман да тауар етештереү һәм хеҙмәт күрһәтеүҙе киңәйтеү мөмкинлектәрен күпкә уҙып китә. Тап шуға инфляция темптарының аҡрынайыуы хаҡында һығымта яһарға иртәрәк.

Бынан алдараҡ Башинформ Үҙәк банктың төп ставканы 16% тиклем күтәреүе хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-02-16/bank-rossii-sohranil-klyuchevuyu-stavku-na-prezhnem-urovne-3646985

Автор:Сергей Николаев.
Автор:
Читайте нас: