Бөтә яңылыҡтар

Һоло эсемлеге нимәнән файҙалы?

Был юлы шифалы эсемлекте сәләмәт тормош алып барған блогер Гөлфиә Мөхәмәтдинова тәҡдим итә. Рецебы - түбәндә.

Һоло эсемлеге нимәнән файҙалы?
Һоло эсемлеге нимәнән файҙалы?

Сәләмәт тормош алып барған блогер Гөлфиә Мөхәмәтдинованы барыһы ла яҡшы беләлер. Күптәр уның менән иртә менән гимнастика эшләй, икенселәре таҙарыныу марафондарында ҡатнаша. Был юлы ул һолонан шифалы эсемлек эшләргә өйрәтә.

3 литрлы банкаға 1 стакан йыуып таҙартылған һолоно һалабыҙ ҙа 3 аш ҡалағы бал йә шәкәр өҫтәп, бүлмә температураһындағы һыуҙы (ҡайнамаған) һалып болғайбыҙ. Ҡояшһыҙ ергә ултыртып ҡуябыҙ.
Бер тәүлек ваҡыт үткәс, һөҙөп һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 20-30 минут алда 100 мл эсәбеҙ. Бер ай эскәс, ял итәбеҙ.

Был эсемлек В витаминдарына, кремнийға бай!
Составында крахмал булғас, был эсемлекте эскәндән һуң үҙегеҙҙә энергия тойорһоғоҙ!
Аҡһым булғас, ауырығандан һуң тиҙ теремекләнеп китерһегеҙ!
Диабетиктар өсөн файҙалы, ҡандағы шәкәрҙе төшөрә!
Авитаминоз ваҡытында эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә!
Составындағы клетчатка холестеринды кәметә!
Ҡанды таҙартыу маҡсатынан да ҡулланабыҙ.
Өс йәштән өлкән балаларға ла бирергә була!

Фото һәм сығанаҡ: Гөлфиә Мөхәмәтдинованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: