Бөтә яңылыҡтар

Бәпембә япрағынан витаминлы салат яһайыҡ

"Бының өсөн бәпембә япрағы һәм бер банан ғына кәрәк", - ти Фәнүзә Хәлитова. 

Бәпембә япрағынан витаминлы салат яһайыҡ
Бәпембә япрағынан витаминлы салат яһайыҡ

Фәнүзә Хәлитова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бик файҙалы салат рецебы менән уртаҡлашты.

"Организмды витаминдар менән байытыу, ваҡытлыса дарыуҙарҙан арынып тороу (әлбиттә, өҙлөкһөҙ дарыу эсеүселәр өсөн түгел) ваҡыт етте. Бөгөн беҙҙә бәпембәнән витаминлы салат.

Бәпембә япраҡтарын сайҡатырға ла 2-3 минутҡа эҫе һыуға (ҡайнар түгел) һалып торорға.

1 бананды йыуып оҙонсалап турарға. 

Япраҡтарҙы ваҡ ҡына итеп (беҙгә шулай оҡшай) турайбыҙ.

2-3 аш ҡалағы зәйтүн майы (мөмкин башҡа төрлө үҫемлек майы, үҙем йышыраҡ һалҡын килеш һурҙыртылған көнбағыш майы ҡулланам) һалып бутайбыҙ. 

Тәменсә тоҙ, шәкәр ҡомо һалырға.

Аштарығыҙ тәмле булһын", - тип яҙҙы Фәнүзә Хәлитова. 

Фотолар: Ф.Хәлитованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова

Бәпембә япрағынан витаминлы салат яһайыҡ
Бәпембә япрағынан витаминлы салат яһайыҡ
Бәпембә япрағынан витаминлы салат яһайыҡ
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: